Республика көнөн ҡаршылап
09.10.2020
Үтәғол урта мәктәбе үҙенең традицияларына тоғро. Республика көнө йыл да киң ҡолас менән билдәләп үтелә. Тантаналы линейкала иң якшы уҡыусылар, спорт алдынғылары, ярыш-конкурс еңеүселәре бүләкләнә, ауыл клубы алдында Көҙгө йәрминкәлә ҡатнашыла. Тимурсылар командаһы ветерандарға шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.
Әммә, быйылғы ғәҙәти булмаған шарттарҙа, Республика көнөн бөтә һаҡлыҡ сараларын үтәп билдәләргә тура килә: ил,донъя буйынса коронавирус пандемияһы әле сигенергә уйламай. Уҡыусылар быйыл Республика көнөн спорт ярыштары менән билдәләне. Аҙаҡ һәр синыф, иң көслө спортсыға әҙерләнгән концерт номеры менән сығыш яһап, байрам тантанаһына йәм өҫтәне.
Дата создания: 09.10.2020
Дата обновления: 09.10.2020
Дата публикации: 09.10.2020